Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, “Төркиә баҙарына “хәләл” продукция сығарыу үҙенсәлектәре” тигән темаға вебинар үткәрҙе.
Башҡортостандың Төркиәләге Конгресс-бюроһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин сараның спикеры булды. Вебинарҙа “хәләл” продукция, шул иҫәптән косметика, кейем-һалым етештергән 14 компания, аҙыҡ-түлек сәнәғәте вәкилдәре ҡатнашты. Марат Зәки улы ошондай компанияларға Төркиә баҙарына сығыу үҙенсәлектәре, иң перспективалы хәләл-тармаҡтар тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың Төркиә Республикаһындағы вәкиллеге менән үҙ-ара эш итеү йүнәлештәре йәһәтенән дә файҙалы мәғлүмәт алды. Сара йомғаҡтары буйынса вебинарҙа ҡатнашҡан етештереүселәрҙең тауарҙары каталогын төҙөп, Halal Dunya Market сауҙа селтәре вәкилдәренә тәҡдим итергә булдылар.