Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 12:10

Йондоҙҙар беҙгә ни юрай?

Йондоҙнамә (21-26 декабрь)

Йондоҙнамә (21-26 декабрь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡуҙылар өсөн болотһоҙ көндәр етә. Яҡшы һөҙөмтәләре күрһәтеп, маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булырһығыҙ. Аҡсалата бүләк менән дә шатландырырҙар. Дуҫтарығыҙ менән осрашырһығыҙ. Һеҙгә ғашиҡ булыусылар табылыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Ни эшләһәгеҙ ҙә йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ. Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, сәйәхәт, күңелле сарларҙан ситтә ҡалмаҫһығыҙ. Элекке мөхәббәтегеҙ менән күрешерһегеҙ. Яңы йылға бүләктәр ала башларһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Коллегаларығыҙҙың һеҙгә аяҡ салыуын тойорһоғоҙ. Етәксегеҙҙең дә тәнҡит һүҙҙәренән ҡаса алмаҫһығыҙ. Шаршамбынан барыһы ла яйға һалыныр. Шәмбе кеҫәгеҙ ҡалынайыр. Дуҫтарығыҙҙы ҡунаҡҡа килеүен көтөгөҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна башынан уҡ бөтә уй-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашыра башлай алаһығыҙ, уңыш һеҙҙең яҡлы. Тормош иптәшегеҙ менән һәр ваҡыт бер һүҙле булырһығыҙ. Ағай-эне менән дә күберәк аралашырһығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был осорҙа бер ни тиклем ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килер. Һөнәрегеҙгә бәйле ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыр. Байрамға тип аҡса түгә башларһығыҙ. Икенсе яртығыҙҙы ауыр һүҙҙәр менән рәнйетмәгеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эштә ныҡ тырышлыҡ күрһәтергә кәрәк булыр. Финанс, карьера үҫеше тураһында яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Яҡындарығыҙ менән ғауға сығыуҙа һеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Ял көндәрен тыныс мөхиттә үткәреү яҡшыраҡ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Үлсәүҙәр өсөн еңел булмаған аҙна. Ҡабул ителгән ҡарарҙарығыҙ хаҡында шикләнә башларһығыҙ. Икенсе яртығыҙ менән һәйбәт мөнәсәбәтте һаҡлау өсөн сабырлыҡ күрһәтегеҙ. Киноға йә спектаклгә барырһығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Яҙмыш һеҙгә матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу мөмкинлеге бирер. Абруйлы кешләр менән танышырһығыҙ. Шулай ҙа ҡәтғи үҙгәрештәргә риза булмағыҙ. Осраҡлы таныштар менән дуҫлыҡ булдырмағыҙ. Һалҡын тейеүҙән һаҡланығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һеҙҙең өсөн мәшәҡәтле аҙна килә. Төп эшегеҙҙән тыш, яҡындарығыҙҙың проблемаларын хәл итергә, дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәр асыҡларға тура килер. Уның ҡарауы, ял көндәре күңелле үтер. Оҙон юлға сығырһығыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көс-дәртегеҙ ташып торор. Күп кенә эштәрегеҙҙең яҡшы һөҙөмтәһен күрерһегеҙ. Һеҙҙең ҡарашты хуплаған фекерҙәштәр менән танышырһығыҙ. Һаулығығыҙҙы тикшертеп алырһығыҙ. Ғаиләгеҙ менән байрамға әҙерләнә башларһығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был осорҙа төрлө хис-тойғолар кисерерһегеҙ. Шатлыҡлы ваҡиғалар ҙа, борсолдорған мәлдәр ҙә булыр. Эштә премия алыуығыҙ ихтимал. Өйҙәгеләр менән аралашҡанда үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Яҡшы туҡланыу кәңәш ителә.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡатмарлы эштәр менән шөғөлләнергә тура килер, уларҙы һеҙ уңышлы атҡарып сығырһығыҙ. Көтмәгән ерҙәр аҡса килеп керер. Эре әйбер һатып алырһығыҙ. Яңы ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ барлыҡҡа килер.
Читайте нас: