Республикала "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә сифатлы һәм уңайлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән һигеҙ төбәк проекты бойомға ашырыла. Шуларҙыңү береһе - “Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проекты. Уға ярашлы, медицина ойошмаларына компьютер ҡорамалдары алына.
Автоматлаштырылған эш урындары медицина хеҙмәткәрҙәренә Республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһында эшләү өсөн булдырыла. Медицина ойошмаларында барлығы 10 меңдән ашыу хеҙмәт урындары барлыҡҡа киләсәк, был, үҙ сиратында, системаға байтаҡ ҡулланыусыларҙы йәлеп итергә һәм медицина персоналының бурыстарын еңелләштереүгә булышасаҡ.
Берҙәм мәғлүмәт системаһында эш – медицина ярҙамы күрһәтеүҙә күсәгилешлелекте тормошҡа ашырыу, пациенттарҙы маршрутлау, айырым сирҙәр буйынса ярҙам итеүҙә мониторинг үткәреү өсөн мөһим шарт. Бынан тыш, компьютер техникаһы менән тәьмин итеү телемедицина консультациялары ойоштороу буйынса мөмкинлектәрҙе киңәйтә, санитар транспорт эшмәкәрлеген көйләй, лаборатор һәм диагностик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен электрон рәүештә тапшырыуға ярҙамлаша.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.