газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 21:20

Салауаттан «Йәшлек шоу»ҙа ҡатнашыусы Алиса Йомағәлиева өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ

19 декабрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең финалы булды. Унда ике ярымфинал йомғаҡтары буйынса билдәләнгән 12 конкурсант ҡатнашты. Салауат ҡалаһы исеменән сығыш яһаусы Алиса Йомағәлиева сағыу сығышы менән жюри ағзаларын әсир итте һәм юғары баһаға лайыҡ булды. Хәҙер суперфиналда ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү бара.

19 декабрҙә «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалында ҡатнашыусылар өсөн тамашасыларҙың тауыш биреүе башланды. Теләгән һәр кем яратҡан ҡатнашыусыһы өсөн 5577 номерына SMS ебәрергә мөмкин (2020/пробел/ҡатнашыусының номеры).
Хәбәрҙәрҙе түбәндәгесә ебәрергә кәрәк:
— Алиса Йомағәлиева өсөн (Салауат ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) 5577 номерына 2020 (пробел) 1,
— RAHIMOV өсөн (Ришат Рәхимов, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡортостан Республикаһы) 5577 номерына 2020 (пробел) 2,
— Илдар Абдуллин өсөн (Ырымбур ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе) 5577 номерына 2020 (пробел) 3,
— «ZAKARIA» фолк-төркөмө өсөн (Ҡазан ҡалаһы, Татарстан Республикаһы) 5577 номерына 2020 (пробел) 4,
— Алтынай Заһитов өсөн (Мәскәү ҡалаһы) 5577 номерына 2020 (пробел) 5,
— Наҙгөл Отузова өсөн (Салауат районы, Башҡортостан Республикаһы) 5577 номерына 2020 (пробел) 6.
Конкурстың бүләк фонды: беренсе премия – 300 мең, икенсеһе — 200 мең, өсөнсөһө — 100 мең һум.
Фестивалдең суперфиналындағы Алиса Йомағәлиеваның сығышын тура эфирҙа БСТ-ла ҡарай алаһығыҙ. Тауыш биреү һөҙөмтәләре лә тура эфирҙа иғлан ителә. Яҡташыбыҙҙың унда ла лайыҡлы сығыш яһарына һәм еңеүгә ирешеүенә ысын күңелдән ышанабыҙ.
Читайте нас: