Уҡыу, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу - һәм мәктәп-интернаттың мөһим бурысы. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Йылайыр мәктәп-интернатында был мәсьәләгә бик яуаплы ҡарайҙар. Күптән түгел бында биналарҙың ҙур өлөшөнә - уҡыу кластарына, йоҡо бүлмәләренә, спорт залына, коридорҙарға ремонт тамамланған.
Энергияны һаҡлаусы диодлы яңы яҡтыртҡыстар һәм пар менән йылытыу радиаторҙары, линолеум, вентиляцияны ремонтлау - интернатта уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк тә булып ҡалған. Мәктәп-интернатҡа был ярҙамды “Транснефть - Урал” акционерҙар йәмғиәте күрһәткән.
Нефть эшкәртеүселәр Бижбүләк районының Сухоречка ауылындағы мәктәпкә лә ярҙам иткән. Хәҙер уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы тулыһынса яңыртылған мәктәп ҡаршы ала. Әйткәндәй, предприятие был мәктәпкә беренсегә генә ярҙам итмәй. Элегерәк “Транснефть” йәмғиәтенең мәктәпкә ярҙам итеү корпоратив программаһы сиктәрендә теүәл фәндәр - математика, физика, химия кабинеттары ремонтланған һәм иң заманса уҡыу ҡорамалдары (лаборатор һәм демонстрацион) менән йыһазландырылған. Быларҙың бөтәһе лә дәрестәр уҙғарыуҙың формаларын төрлөләндерергә мөмкинлек биргән, уҡытыусылар һәм уҡыусылар алдында яңы белем биреү технологияларына юл асҡан.
Бөтә төбәктәрҙә белем биреү, спорт, йәмәғәт һәм дини ойошмаларға хәйриә ярҙамы күрһәтеү “Транснефть - Урал” йәмғиәтенең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып тора.