газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 10:00

Шәп Яңы йыл бүләге

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы, Мәсетле районының Әжекәй ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы, Мәсетле районының Әжекәй ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Яңы пункт Әжекәй халҡы өсөн ысын бүләк булды, сөнки был ваҡиғаны улар күптән көткән. 1964 йылда уҡ төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫкергән, файҙаланыуға яраҡһыҙ юудған.
Хәҙер ауыл халҡы санитария нормаларына яуап биргән, тейешле ҡулайламалар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән өр-яңы медицина пунктына эйә булды. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү һәм персоналдың эше өсөн бөтә шарттар булдырылған: прививкалар һәм процедуралар, өлкәндәрҙе ҡабул итеү, ҡарау, дарыуҙар һәм дезинфекция сараларын һаҡлау, персонал бүлмәләре бар. Дауалау ойошмаһында тәүге медицина-санитария, шул иҫәптән ашығыс һәм акушерлыҡ-гинекология өлкәһендәге ярҙам күрһәтелә, анализ алына.
#Миллипроекттар
Фото: Мәсетле районы хакимиәтенән алынды.
Читайте нас: