Һөнәри йәмәғәтселек һәм барлыҡ республика ҙур юғалтыу кисерҙе: 98 йәшендә Өфөлә нефть үткәргес тармағының иң оло кешеләренең береһе, Урал-Себер магистраль нефть үткәргес идаралығының (хәҙерге “Транснефть-Урал” йәмғиәте) элекке етәксеһе Шәүҡәт Нурлығаян улы Әхәтов вафат булды.
Шәүҡәт Әхәтов мәктәптә бик яҡшы уҡый, Грозныйҙа рабфак бөтә, 1947 йылда Губкин исемендәге Мәскәү институтын тамамлай. Тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайта. Ул үҙе практика үткән Туймазы-Өфө магистраль торба үткәргес өлкәһендә хеҙмәт итергә ҡарар итә.
Шәүҡәт Әхәтов бер нисә йыл буйына Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, 1952 йылда Башҡортостан тауар-транспорт идаралығына (“Транснефть-Урал” йәмғиәте ул ваҡытта шулай атала) килә һәм бөтә хеҙмәт юлы ошонда үтә. Ундағы белем, энергия, иҫ китмәле тырышлыҡ һәм шундай уҡ оҫталыҡ, һәләт производствола һауа кеүек кәрәк була һәм Шәүҡәт Әхәтов предприятие менән бергә үҫешә. 1964 йылда ул баш инженер, 1970 йылда Урал-Себер магистраль нефть үткәргесе идаралығы начальнигы. Ул етәкселек иткән осор - ул ҙур күләмдәге төҙөлөштәр, Урал һәм Себер нефть торба үткәргестәренең ныҡлы үҫешкән йылдары.
Һәйбәт белгес, һәләтле етәксе һәм ойоштороусы, Шәүҡәт Әхәтов бик күп уйлап сығырылған асыштар авторы, Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары менән берлектә бер үк нефть үткәргестәр буйынса сей һәм тоҙһоҙландырылған нефтте айырым транспортлау технологияһын әҙерләй. 1983 йылда пенсияға сыҡҡас, ул фән менән бәйләнеште өҙмәй, 12 йыл буйына нефть университетының транспорт һәм нефтте, газды һаҡлау кафедраһында уҡыта.
Шәүҡәт Әхәтов Ленин, Ҡыҙыл Хеҙмәт Байрағы, “Маҡтау билдәһе” ордендары кавалеры, “Намыҫлы хеҙмәт өсөн. В.И.Лениндың 100 йыллығына арнап”, “Сиҙәмле ерҙәрҙе үҙләштереү”, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтянигы, СССР-ҙың почетлы нефтянигы миҙалдары менән бүләкләнгән, СССР Министрҙар кабинеты Советы премияһы лауреаты.
Шәүҡәт Әхәтов, бәхет - ул бик ауыр булғанда ла еңә алыу, бәхет ерҙә яҡты эҙ ҡалдырыу, тип әйтә торғайны. Шәүҡәт Нурлығаян улы күптәрҙең йөрәгендә, күңелендә, хәтерендә яҡты эҙ ҡалдырҙы.