Быйыл Стәрлетамаҡта «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты аҡсаһына 15,7 километр оҙонлоҡтағы 15 автомобиль юлы ремонтланған.
Суханов урамы - Стәрлебаш тракты - Ильич урамы һәм Коммунистар - Ҡаранай Моратов урамдары киҫелешендәге юлдарға реконструкция яһалды. Шулай уҡ милли проект сиктәрендә өс яңы светофор урынлаштырылды, 8-е яңыртылды.
Үткәрелгән саралар автомобиль юлдарының торошон яҡшыртырға һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырырға мөмкинлек биргән. 2021 йылда милли проект сараларын бойомға ашырыу дуаум итәсәк, 11,9 километр юлды ремонтлау һәм 12 светофорҙы модернизациялау планлаштырыла.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенән.