газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 16:19

Журналистарҙың ижади берекмәһендә яңы рәйес

Бөгөн Башҡортостан журналистар союзының XXII съезы үтте.

Бөгөн Башҡортостан журналистар союзының XXII съезы үтте. Донъялағы киҫкен эпидемиологик хәлгә бәйле, ул онлайн уҙғарылды. Журналситарҙың ижади берекмәһенең яңы рәйесе һайланды. Делегаттарҙың 95 проценты "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов өсөн тауыш бирҙе.

Быға тиклем союзды 10 йыл етәкләгән етәкләгән Артур Дәүләтбәковты, эше өсөн рәхмәт әйтеп, "Ҡаҙаныштары өсөн" Рәсәй почетлы знагы менән наградланылар.

Съезда быйыл мәрхүм булған журналистарҙы ла иҫкә алдылар. Улар - Самат Ғәлин, Галина Заводникова, Илдар Насретдинов, Сергей Спатар һәм ошо көндәрҙә вафат булған фотохәбәрсе Наиль Рәжәпов.

Сарала барлығы 110 кеше ҡатнашты. Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ, Рәсәй Журналистары союзы рәйесе урынбаҫары Алексей Вишневецкий барыһын да тәбрикләне һәм ойошманың төп бурысы - журналистарҙы яҡлау тип белдерҙе. Аҙаҡтан ул Рәсәй журналистар союзының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Район гәзиттәрендә эшләүселәр бик мөһим һорауҙарҙы ҡуҙғатты. Түбән эш хаҡы, һөнәрҙең рейтингы төшөүе, санатор-курорт дауаланыуы кәрәклеге, дарыуҙар һатып алыуҙа ярҙам, профсоюз булдырыу - тармаҡты ошолар борсой.

Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы төбәктәге ижади берекмәләрҙең иң эреһе тип һанала һәм Рәсәй кимәлендә лә иң күп ағзалы союз тигән исем алған. 1600-ҙан ашыу журналистты берләштергән 81 урындағы ойошма эшләй, ете район-ара ижади берекмә (МТО) бар.

Читайте нас: