газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 17:15

Янғын 11 кешенең ғүмерен алып китте

Янғын Әбйәлил районы Ишбулды ауылында урынлашҡан шәхси ҡарттар йортонда сыҡҡан.

Янғын Әбйәлил районы Ишбулды ауылында урынлашҡан шәхси ҡарттар йортонда сыҡҡан. Янғындың яҡынса сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү. Районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Ваҡиға урынына Радий Хәбиров та сыҡты.
Ҡарттарҙы ҡараған ҡатын әйтеүенсә, пенсионерҙарҙы Шәфҡәтлелек йортона балалары һәм туғандары урынлаштырған.

«Уларҙың бер кемгә лә кәрәге юҡ ине», - тип өҫтәгән ул "Башинформ"ға.
Янғын һүндереүселәр ике сәғәт эсендә «ҡыҙыл әтәс»те ауыҙлыҡлаған. Дүрт кеше үҙ аллы сығып өлгөргән. Һүндергәндән һуң 11 кешенең мәйете табылған.
Ҡорбандарҙың иң өлкәненә 80 йәш булһа, иң йәшенә - 57.
1. Усманов А. З., 1940 йылғы
2. Байтурин Т. Н., 1950 йылғы
3. Яуымбаева З. А., 1951 йылғы
4. Мөхитдинов Б. Т., 1953 йылғы
5. Бикбирҙин Ф. З., 1954 йылғы
6. Создашова Р. М., 1956 йылғы
7. Абдуллина З. Н., 1956 йылғы
8. Сәйғәфәров Р. А., 1957 йылғы
9. Шәғәлина В. Ғ., 1958 йылғы
10. Хәкимов М. К., 1960 йылғы
11. Вәлиев Д. Х., 1963 йылғы.
Тәфтишселәр эшкә тотонған.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан алынды.
Читайте нас: