газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 18:02

Иң матур башҡорт һүҙе - "Әсәй"!

Кисә, 14 декабрҙә, Башҡорт теле йылын йомғаҡлау тантанаһында "Иң матур башҡорт һүҙе" проектына йомғаҡ яһалды.

Кисә, 14 декабрҙә, Башҡорт теле йылын йомғаҡлау тантанаһында "Иң матур башҡорт һүҙе" проектына йомғаҡ яһалды.

1 ноябрҙән һәр теләүсе bashslovo.ru сайтына үҙе яратҡан һүҙҙе тәҡдим итте. Аҙаҡтан айырыуса йыш ебәрелгән 12 еңеүсе тауыш биреүгә ҡуйылды. Һөҙөмтәлә иң матуры тип "әсәй" һүҙе әйтелде.

Проектты БР Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә «Медиаформат» киң мәғлүмәт сараларын популярлаштырыу буйынса балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе алып барҙы. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән ине.

Түбәндәге һүҙҙәр араһында "Әсәй" һүҙе иң йыш ҡабатланғаны булған.

1. Атай

2.Йөрәккәйем

3.Йән

4.Йәнтөйәк

5.Ҡот

6.Намыҫ

7. Өмә

8. Сабыр

9. Тылсымлы

10. Хыял

11. Һөйәм

12. Әсәй

Читайте нас: