Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 17:46

«Үҙең аҫылынып үлһәң, яҡшыраҡ булыр ине...»

Шулай тигәндәр Рәмилгә.

Шулай тигәндәр Рәмилгә.

Һигеҙ хеҙмәттәшен үлтергән Рәмил Шәмсетдинов Икенсе хәрби округ судында Мәскәүҙәге Сербский исемендәге институт психотерапевтарҙың һорау алыуы хаҡында һөйләгән.

Рәмилдең һүҙҙәренсә, уға белгестәр янында бик ауыр булған. «Мин институтҡа барғас, өс белгес минән һорау алды. Улар минән хәлдең нисек булыуы хаҡында һорашты. Башымды унитазға тыҡһалар, мин аҫылынып үлер инем, тинем. Белгестәр миңә, һин аҫылынып үлһәң, яҡшыраҡ булыр ине, шул саҡта был хәлдәрҙең береһе лә булмаҫ ине, тип яуапланы. Улар алдан минең турала насар фекерҙә булған. Мин быны һиҙә инем», - тип һөйләгән Рәмил.ъ

Фото: monateka.com

Читайте нас: