«Беҙ башҡорт телен уҡытыу алымдарын үҙгәрттек һәм был русс телле кластағы уҡыусыларҙың йылмайыусан йөҙҙәренән күренеүенсә, беҙҙең балаларға яңы ҡараш оҡшай, - тип яҙҙы Радий Хәбиров. - Асыл шунда, көсләп тағыу минимум, ә уҡыусыларҙы тәбиғи ҡыҙыҡһындырыу максимум булырға тейеш. Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү эшендәге элекке алымдарға ҡарағанда телде популярлаштырыуҙа был алымдар һөҙөмтәләрәк, тип ышанам».
Республика Башлығы үҙенең яҙмаһын башҡорт телендә: «Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым!» тигән ҡотлау менән тамамлаған. Республика Хөкүмәтендәге кәңәшмә лә ҡотлау менән башланды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостанда был байрам датаһына арналған киң программа көтөлә. Кисен «Башҡортостан» дәүләт концерт залында байрам концерты уҙғарыла, унда Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһала.
#БашҡортТеле2020
#Баштел2020