Республикала "Пластикка - юҡ!" тип аталған яңы проект уңышлы башланды. Күптән түгел "іВолга - 2020" форумында Волга буйы федераль округында граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә ярҙам итеү фонды грантына лайыҡ булған иҡтисад һәм сервис институтының «Тирә-яҡты һаҡлау һәм тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу» кафедраһы студенты Дарья Шлычкованың "Пластик. NET" проекты эшсе төркөмөнөң ойоштороу йыйылышы уҙҙы.
Проект студенттарҙың иғтибарын экология һәм экологик мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләренә йәлеп итәсәк. Ул "Экология" милли проекты сиктәрендә "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы" төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
- Бөгөн тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү мәсьәләләре көндән-көн актуаль була бара. Экологияға трендтар, сүп-сарҙы айырым йыйыу эре предприятиеларҙы ғына түгел, ә айырым граждандарҙы, студенттарҙы һәм уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра. Ошо проект быға дәлил булып тора, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат секретары Ренара Газина.