12 декабрҙә Өфөләге “Арт-Квадрат” майҙанында “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тигән сара үтте. Сара офлайн һәм онлайн режимында уҙҙы, уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша тура эфирҙа ла ҡарарға мөмкин булды.
Сарала барышында башҡортса открыткалар, вайндар ижад итеү, уҡыусылар һәм студенттар араһындағы “Башҡорт блогеры” конкурстарына йомғаҡ яһалып, еңеүселәрҙең исеме билдәле булды. Иң яҡшы башҡорт блогеры тип Айгиз Аҫылбәков танылды. Иң күп башҡорт вайны төшөрөүселәр – Азамат Мөхәмәтйәнов (Владивосток ҡалаһы) һәм Зәлиә Шаһибалова (Өфө ҡалаһы), шулай уҡ Азамат был конкурстың 1-се урынын да да яуланы. Иң популяр вайн авторы – Әлзирә Заһиҙуллина, иң яҡшы электрон асылма (открытка) авторы - Минзәлә Вәлшина.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан ойошторолған “Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” тип аталған социаль видеороликтар конкурсына ла йомғаҡ яһалды.
- Ҡыҙыҡлы, матур йөкмәткеле эштәр ҡабул иттек. Сер түгел, һуңғы йылдарҙа интернеттағы башҡорт контенты ярайһы уҡ яҡшы тулыланды, байыны, хәҙер беҙгә сифат тураһында уйларға кәрәк. Шуға күрә был конкурсты иғлан иткәндә беҙ сифат йәһәтенән етди генә талаптар ҡуйҙыҡ, - тине фонд директоры Гөлназ Йосопова.
Был конкурстың еңеүселәре:
I урын – Эльнара Фәйзуллина (бүләккә Apple iPhone 11);
II урын – Лилиә Яҡшыдәүләтова (ноутбук);
III урын – Азамат Мөхәмәтйәнов (планшет).
"Тамашасы һөйөүе" номинацияһында 1169 тауыш менән Наҙгөл Хөсәйенова еңеүсе тип табылды.