3 аш ҡалағы ромашка сәскәһе, 3 аш ҡалағы ваҡланған лавр япрағын һауытҡа һалып, өҫтөнә 100 мл ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа, 3 сәғәткә төнәтергә ҡуябыҙ. Унан һөҙөп алғас, шыйыҡсаны аҙнаһына 3-4 тапҡыр сәс төбөнә яҡшы итеп һөртәбеҙ. Бер-ике аҙнанан сәстәрегеҙҙең нығыныуын һиҙерһегеҙ.
* Майлы сәстәрҙе тәрбиәләү буйынса халыҡ кәңәштәренә килгәндә, сәсте йыуған арауыҡта лимон һуты һөртөү файҙалы. Ул майһыҙландыра һәм ҡысыуҙан арындыра. Майлы сәстәрҙе йыуырҙан 2-3 сәғәт алда баш тиреһенә алоэ һутын һөртөргә мөмкин. Ул ҡауаҡтан ҡотолорға ярҙам итә һәм сәс төптәрен нығыта. Шулай уҡ йыуырҙан 1-2 сәғәт алда баш тиреһенә 2:1 нисбәтендә алынған лимон һәм кишер һуты ҡатнашмаһын һөртөп, таҫтамал менән урау файҙалы. Сәсте йыуғас, тәүҙә - һыу, һуңынан лимон һуты ҡушылған (1,5-2 литр һыуға 1 ҡалаҡ лимон һуты) бүлмә температураһындағы һыу менән сайырға була.
* Ҡоро сәстәрҙе тәрбиәләү өсөн 2 йомортҡа һарыһын 50 мл һыуға бутарға, 100 мл араҡы һәм 5-8 мл нашатыр спирты өҫтәргә. Ҡатнашманы баш тиреһенә һөртөп, һуңынан эҫе һыу менән йыуып төшөрөргә. Лимон һуты ҡойолған үҫемлек майын ҡайнаған һыу өҫтөндә тотоп, йылытып аҙнаһына 1 тапҡыр компресс яһарға мөмкин. Ҡатнашма менән баш тиреһен, сәсте майларға һәм полиэтилен ҡапсыҡ кейеп, өҫтөнән таҫтамал ябынырға. Компресты 1-2 сәғәт тоторға.