«РАДОР» ассоциацияһының автомобиль юлдарын үҫтереү, ремонтлау һәм ҡарау мәсьәләләре буйынса йыл һайын үткәрелә торған йомғағлау конференцияһында быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын бойомға ашырыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре ҡаралды. Видеобәйләнеш режимында уҙған конференцияла Рәсәй Федераль юл агентлығы, Транспорт һәм Ауыл хужалығы министрлыҡтары, «РОСДОРНИИ» йәмғиәте, «Росдортехнология» ойошмаһы, подряд ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәйҙең 62 субъектынан 300-ҙән ашыу юл белгесе ҡатнашты.
Быйыл юлсылар 16 мең километрҙан ашыу автомобиль юлдарын тәртипкә килтерәсәк. 9 декабргә ҡарата, һалынған юл ҡатламы майҙаны 140 миллион квадрат метр тәшкил итә. Саралар 97 проценттан артыҡ үтәлгән.
"Росавтодор" етәксеһе урынбаҫары Игорь Костюченко юл эштәренең юғары темптарын билдәләп үтте, шулай ук төбәктәр алдына милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙы тиҙләтеү буйынса ҙур бурыс ҡуйылған, тип иҫкәртте.
- 2024 йыл аҙағына тиклем планлаштырылған сараларҙы 2023 йыл аҙағына тиклем ғәамәлгә ашырырға әирәк. Шуға бәйле, федераль үҙәк төбәктәрҙән эштәрҙе тиҙерәк башҡарыуҙы һәм федераль ярҙам сараларын ҡулланыуҙы көтә, - тип билдәләне Игорь Костюченко.
Шуны билдәләргә кирәк: бөгөнгә Башҡортостан милли проектты 100 процентҡа үтәп бара.