Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров республика халҡына мөрәжәғәт итте.
"Хөрмәтле республика халҡы! Ҡыш етеү менән янғында һәләк булғандар һаны ҡырҡа артты. Быйыл декабрь айының тәүге декадаһында республикала янғында 24 кеше һәләк булған, был былтырғы менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. 8 һәм 9 декабрҙә Бишбүләк, Ғафури райондарында оло фажиғә булды. Янғында өс баланың һәләк булды. Уларға ни бары 4-11 йәш ине.
Был үлемесле янғындарҙың төп сәбәптәре билдәле, улар өсәү:
1) тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү;
2) электр ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу;
3) мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.
Урамда һалҡын һәм күптәр верандала йәки хатта өйҙә тәмәке тарта. 12 кешенең ғүмере тап шул сәбәпле өҙөлгән.
Фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн тәмәкене һүндермәйенсә ташламағыҙ, бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда һәм мейес яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Ҡулдан яһалған һәм төҙөк булмаған электр йылытҡыстарын ҡабыҙмағыҙ!
Иң һөҙөмтәле сара - торлаҡты янғынды иҫкәртеүсе ҡулайламалар менән йыһазландырыу. Ошондай бәләкәй сиреналар республикала 486 кешенең, шул иҫәптән 203 баланың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалды. Әйтәйек, 10 декабрь төнөндә Дәүләкән ҡалаһында биш кеше, шул иҫәптән өс бала янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдың тауышына уянып, ут ялмаған торлаҡтан сығып ҡотолған.
Иң мөһиме - балаларығыҙ менән бергәләп янғында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ. Ошо алымдарҙы теүәл белгән осраҡта күп кенә фажиғәләргә юл ҡуйылмаҫ ине".