газета "Салауат"
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 10:00
Дөрөҫ үтилләштерә белергә
«I һәм II класлы ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһы» федераль проектын һәм «Экология» милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Likee социаль селтәрендә батарейкаларҙы эшкәртеүгә һәм бер тапҡыр ҡулланылыусы батарейкалар урынына бер нисә тапҡыр ҡулланыла торған аккумуляторҙарҙы ҡулланыуҙы үҫтереүгә бағышланған челлендж башланды.
«I һәм II класлы ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһы» федераль проектын һәм «Экология» милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Likee социаль селтәрендә батарейкаларҙы эшкәртеүгә һәм бер тапҡыр ҡулланылыусы батарейкалар урынына бер нисә тапҡыр ҡулланыла торған аккумуляторҙарҙы ҡулланыуҙы үҫтереүгә бағышланған челлендж башланды.Вируслы роликтарҙы популяр блогер башлап ебәрәсәк.
Кампанияның төп бурысы - уҡыусыларҙың иғтибарын батарейкаларҙы эшкәртеү һәм аккумуляторҙарҙы ҡулланыу мөһимлегенә йәлеп итеү. Челленджды социаль мәсьәләләргә һәм экологияға иғтибар биреүсе 12 популяр топ-блогер асып ебәрәсәк һәм ҡулланыусыларҙы йәлеп итәсәк. Акцияла ҡатнашыу өсөн 20 декабргә тиклем брендлы трек аҫтында батарейкаларҙы дөрөҫ эшкәртеү элементтары менән 15 секундлыҡ ҡыҫҡа видео төшөрөргә, «Батарейкаларҙы дөрөҫ үтилләштерегеҙ һәм аккумуляторҙарға күсегеҙ!» тигән өндәүсе постты #экозабота хештегы менән Likee социаль селтәрендә урынлаштырырға кәрәк.
Акция һөҙөмтәләре буйынса блогерҙар иң яҡшы видеоны һайлаясаҡ һәм 23 декабрҙә еңеүселәрҙе үҙ аккаунттарында иғлан итәсәк. Дизайн логотиплы стиллле сарчны 10 ҡатнашыусы аласаҡ, приздарҙы почта аша ебәрәсәктәр. Шулай уҡ акция барыщында иң күп лайк йыйған ҡатнашыусылар Федераль экологик операторҙан стилле стикер-пактар аласаҡ.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.
Читайте нас: