Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 10:00

Медицина ярҙамы - заманса шарттарҙа

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, уның урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин ҡала дауаханаһының яңы корпусын асыуҙа ҡатнашты.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, уның урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин ҡала дауаханаһының яңы корпусын асыуҙа ҡатнашты. Тантаналы сарала шулай ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, ҡала дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров ҡатнашты. Эштәр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә башҡарылған, 371 миллиондан ашыу хаҡҡа барып баҫҡан. Яңы ҡорамалдарҙың хаҡы - 101 миллиондан ашыу.
- Был корпус ярайһы уҡ күп функциялы, барлыҡ шарттар бар. Улар пациенттарға тейешле медицина ярҙамын алырға, ә дауахана хеҙмәткәрҙәренә яҡшы шарттарҙа эшләргә мөмкинлек бирә, - тигән һығымта яһаны бүлексәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Министр врач-педиатр Нелли Янгироваға, врач-кардиолог Рәзим Мөхәмәтғәриповҡа республиканың «Почетлы остаз» айырмалыҡ билдәһен, өлкән шәфҡәт туташтары Әлфиә Биктаһироваға, Зәриә Фәтҡуллинаға, Гөлсинә Йомағоловаға, реанимация һәм интенсив терапия шәфҡәт туташы Рәсихә Богдановаға «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалын тапшырҙы.
#Миллипроекттар
Гөлнара Асҡарова фотоһы.
Читайте нас: