газета "Салауат"
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 11:30

Беҙҙең илдә милләттәр күп

Заман технологиялары ярҙамында халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен эшкәртеү күпкә шәберәк башҡарыласаҡ. 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре сара үткәндән һуң өс йыл үткәс әҙер булһа, хәҙер иһә был мәғлүмәттәр 1,5 йыл ярым ваҡытта әҙер буласаҡ.

Халыҡ иҫәбендә ҡатнашҡандарҙың милләте, ниндәй телдәрҙе белеүе тураһында мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү күп ваҡытты ала, сөнки был графалар ҡулдан эшкәртелә. Ҡалған һорауҙарға яуапты табыу өсөн алдан әҙерләнгән вариаттарҙы ғына һайларға кәрәк буласаҡ.
– Беҙҙең илдә милләттәр бик күп һәм беҙгә бер нисек тә хаталанырға ярамай, ә ҡалған мәғлүмәттәрҙе 2021 йылдың октябренән ала башлаясаҡбыҙ, – тип белдерҙе “Росстат” етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов.
Павел Смелов белдереүенсә, төбәк кимәлендә иҫәп алыусыларҙың планшеттарынан мәғлүмәтте йыйып алғандан һуң, иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырыу сифатын тикшереү буйынса эш башҡарыласаҡ, кәрәк булғанда, хаталар төҙәтеләсәк. Һуңынан ғына федераль кимәлдә һөҙөмтәләр тупланып, тәптипкә килтереләсәк һәм баҫыласаҡ.
Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы быйыл үтергә тейеш ине, әммә пандемияға бәйле уны 2021 йыл 1-30 апрелдә ойошторорға ҡарар ителде.
Читайте нас