газета "Салауат"
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 11:25

“Аҡмулла диктант”ы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Шулай уҡ 2019 йылдан алып 14 декабрь рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө тип билдәләнә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Шулай уҡ 2019 йылдан алып 14 декабрь рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө тип билдәләнә.
Был көн башҡорт халҡының бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килеп билдәләнеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Уның исемен Өфөлә Башҡорт дәүләт педагоигя университеты ла йөрөтә. Уҙған йылға йомғаҡ яһап, университет 11-12 декабрҙә “Аҡмулла диктант”ы уҙғара.
Диктант үҙ эсенә 30 тест һорауын индерә: Аҡмулланың тормошо, ижады тураһында 10 һорау, уның замандаштары тураһында 10 һорау һәм башҡорт теле тураһында 10 һорау.
Диктантта ҡатнашыу шарттары тураһында тулы мәғлүмәтhttps://bashdict.ru сайтында бирелгән һәм сарала ҡатнашыу өсөн дә ошо рәсми сайтҡа инеү талап ителә.
#БашҡортТеле2020
#Баштел2020
Фото:900igr.net
Читайте нас: