Йондоҙнамә (7-13 декабрь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Эшкә һәләтлегегеҙ түбән булыр, шуға күрә етәксегеҙҙән тәнҡит һүҙҙәре ишетерһегеҙ. Әммә һеҙҙең күңелегеҙ төшмәҫ, яңы дуҫтар табырһығыҙ, буш ваҡытығыҙҙы күңелле үткәрерһегеҙ. Романтикалы осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итер.
Буға (21.04 – 21.05)
Яҙмыш һеҙгә матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу, карьера буйынса үҫешеү һәм икенсе яртығыҙҙы табыу мөмкинлеген бирер. Яҡындарығыҙ һәр эштә ярҙам ҡулы һуҙыр. Һөйгәнегеҙҙе рәнйетеүҙән тыйылығыҙ. Йәкшәмбе өйҙә ял итеү хәйерле.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шәхси үҫеш, хеҙмәт бәйләнештәрен булдырыу өсөн иң уңышлы осор. Икенсе яртығыҙ менән уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ барлыҡҡа килер. Аҙна аҙағына йорт эштәре менән булышырға тура килер. Күңел тыныслығын тергеҙеү талап ителер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡыҫалаларҙы һөҙөмтәле аҙна көтә. Эшегеҙ күп булыр, уның ҡарауы, хеҙмәтегеҙ өсөн аҡсаһын да тейешле күләмдә алырһығыҙ. Холҡоғоҙҙоң тиҫкәре яҡтары арҡаһында башҡалар ғазапланыр. Яҡшы ял алдағы көндәргә көс бирер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Әллә ни көс талап ителмәгән өҫтәмә эш табырһығыҙ. Һеҙҙе ғаиләгеҙҙә һөйөү менән уратып алырҙар, тик туғандарығыҙ менән генә борсаҡ бешмәҫ. Һаулығығыҙ менән шөғөлләнергә, яңы дауаланыу курсы башларға тура килер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Тормошоғоҙҙо яҡшыртыуға ынтылыш барлыҡҡа килер. Ихтыяр көсөгөҙҙө күрһәтергә кәрәк булыр. Йәкшәмбе ғаиләлә ғауға сығыуға юл ҡуймағыҙ. Ваҡ-төйәк әйбер һатып алһағыҙ ҙа, шатланырһығыҙ. Алкоголле эсемлектәрҙән баш тартығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Төрлө шикләнеүҙәрегеҙҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ. Ҡыйыу рәүештә әйтер һүҙегеҙҙе әйтегеҙ, теләгәнегеҙҙе эшләгеҙ. Яңы идеялар һеҙҙе ҡанатландырыр. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән үткәрергә тырышығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Саяндар күп эштәренең осона сығып ҡуйыр. Туғандарығыҙҙың хәлдәрен белергә онотмағыҙ, араларығыҙ нығыныр. Әллә ни килем көтөлмәй, әммә бер нимәгә лә ҡарамай, һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле кеше итеп тойорһоғоҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна эштә хата яһауҙан башланып китер. Һәр бер хеҙмәтегеҙҙе яҡшылап тикшерергә онотмағыҙ. Дуҫтарығыҙ менән осрашып алырһығыҙ. Ә бына күршеләрегеҙ менән һүҙгә килерһегеҙ. Һөйгәнегеҙ һеҙҙе кафеға саҡырыр.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эштәрегеҙҙе яйға һалыу, барыһына ла өлгөрөү өсөн ныҡ ҡына тырышырға тура килер. Командировкаға ебәреүҙәре ихтимал. Яҡындарығыҙ ял көндәренә күңел асыу сараһы ойошторор. Әйберегеҙҙе юғалтыуҙан һаҡ булығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Хәл юҡлығы, күңел төшөнкөлөгө менән йонсорһоғоҙ. Әммә үҙегеҙҙе ҡулға алырға кәрәк булыр, юғиһә, һеҙгә ҡарата булған ышанысты юғалтырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ мөхәббәтен иҫбат итер. Рухи аҙыҡтан ҡәнәғәтлек табырһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яңы эшкә тотоноу уңыш килтермәҫ, иҫкеләрен тамамлап ҡуйығыҙ. Яҡындарығыҙҙы шелтәләп үпкәләтерһегеҙ. Кеҫәгеҙгә аҡса инер. Һаулыҡта яҡшы һөҙөмтәгә ирешеү өсөн диетаға ултырыу һәм күнекмәләр менән шөғөлләнеү кәрәк булыр.