Өфөләге МЕГА сауҙа комплексында экологик йәшәү рәүешенә арналған интерактив күргәҙмә асылды. Проект тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә әүҙем сәйәсәт алып барған МЕГА һәм ИКЕА компаниялары башланғысы менән тормошҡа ашырылды.
Ял көндәрендә 25 килограмм туҡыма әйберҙәр, 350 килограмм кейем-һалым йыйып, тормошта ауыр хәлгә тарығандарға тапшырҙы. Икенсел сеймалды ҡабул итеү артабан да дауам итәсәк.
- Күптәрҙең бергәләп дөйөм изге эш эшләүебеҙҙе аңлаусыларҙың артыуы ҡыуандыра, эре компаниялар ҙа халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға,тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыуға һәм уларҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлауға ынтыла, - ти Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы аналитик бүлеге начальнигы Ринат Фәтҡуллин.
Ентекле мәғлүмәтте МЕГА-ның сайтында табырға була. Күргәҙмә 30 декабргә тиклем эшләй. Адресы: Өфө ҡалаһы, МЕГА сауҙа үҙәге, Сик урамы, 174.
Сара “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә комплекслы система булдырыу” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә.
Фото:Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.