Проектты Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы хуплап ҡаршы алып, ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем булышлыҡ күрһәтә.
Республикабыҙ халҡы һәм башҡорт телен яратҡан барса кеше ике аҙна дауамында үҙҙәренә оҡшаған иң матур башҡорт һүҙҙәрен тәҡдим итте. Сайтҡа меңдән ашыу тәҡдим килгән.
Әлеге ваҡытта тәүге урындарҙы ошо һүҙҙәр биләй (һүҙҙәр алфавит тәртибендә төҙөлгән):
1. Атай.
2. Йөрәккәйем.
3. Йән.
4. Йәнтөйәк.
5. Ҡот.
6. Намыҫ.
7. Өмә.
8. Сабыр.
9. Тылсымлы.
10. Хыял.
11. Һөйәм.
12. Әсәй.
Әле
bashslovo.ru сайтында иң-иң матур башҡорт һүҙе өсөн дәррәү тауыш биреү бара. 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөн билдәләгәндә, еңеүсене беләсәкбеҙ. Проекттың авторы – Рөстәм Аҙнабаев.