газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 10:00

Ауыл халҡы ыңғай үҙгәрештәргә шат

Ҡариҙел районында Ҡариҙел ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған күп йүнәлешле клуб асылды.

Ҡариҙел районында Ҡариҙел ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған күп йүнәлешле клуб асылды. Был эш “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарылды. Күп йүнәлешле мәҙәниәт учреждениеһын яңыртыуға Башҡортостан ҡаҙнаһынан 22 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бүлмәләр ремонтланған, тирә-яҡтағы биләмә төҙөкләндерелгән, заманса компьютер ҡорамалдары, яңы йыһаз һатып алынған, интернет селтәре тәьмин ителгән, виртуаль концерт залынан файҙаланыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, һаулығында кәмселектәре булған кешеләр өсөн уңайлыҡтар булдырылған.
Ауыл клубында хореография, вокал, театр, спорт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте кеүек 17 йүнәлеш буйынса түңәрәктәр һәм секциялар эше ойоштороласаҡ. Бында ғаилә менән ял итеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған.
#Миллипроекттар
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәтенән алынды.
Читайте нас