газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 10:00

Ирекмәндәр иғтибар үҙәгендә

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә 27 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәр өсөн почетлы награда булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә 27 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәр өсөн почетлы награда булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
- Май айында республика Башлығы менән ирекле ярҙамсылар өсөн әһәмиәтле осрашыу булды, уның һөҙөмтәһендә төбәктә ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу буйынса йөкләмәләр исемлеге сыҡты. Шуларҙың береһе - ирекмәндәр өсөн почет билдәһен булдырыу. Был - республиканың барлыҡ ирекмәндәр командаһы эшенә ҙур баһа, - тип билдәләп үтте йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Башҡортостан Хөкүмәте почетлы билдә һәм таныҡлыҡ бланкыларын яһау өсөн финанслау сығанаҡтарын билдәләйәсәк. Бүләктәр әзерләү менән республика Башлығының Эштәр идараһы шөғөлләнәсәк.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан алынды.
Читайте нас: