газета "Салауат"
+11 °С
Облачно
Новости
1 Декабря 2020, 07:45

Барыһы ла медицина ярҙамын юғары кимәлгә күтәреү өсөн

Кисә күп функциялы дауаханала республика адреслы инвестицион программа сиктәрендә төҙөкләндерелгән корпусты асыу тантанаһы булды. Дауахана коллективын һәм ҡала халҡын мөһим ваҡиға менән ҡотларға республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, уның урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов килде.

- Бөгөн Салауат ҡалаһы, ҡаланың медицина өлкәһе өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Бөгөндән алып бында терапия, неврология һәм башҡа бүлектәр пациенттарҙы ҡабул итеүгә әҙер. Төҙөүселәргә корпусты сифатлы ремонтлауҙары өсөн рәхмәт. Бында эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр белемдәрен камиллаштырҙы һәм заманса шарттарҙа юғары кимәлдә медицина ярҙамын күрһәтәсәк, - тине үҙенең телмәрендә Максим Забелин.
Ҡотлау һүҙҙәре менән ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров, төҙөлөш компанияһы директоры Булат Динеев сығыш яһағандан һуң, мәртәбәле ҡунаҡтар яңыртылған корпус менән танышып сыҡты. Улар алты ҡатлы бинала эшләйәсәк бүлексәләр өсөн булдырылған шарттар менән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Тулы материал гәзитебеҙҙең киләһе һанында донъя күрәсәк.
Читайте нас