“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы Ағиҙел йылғаһына, Павловка һәм Түбәнге Кама һыуһаҡлағыстарына 150 меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрҙе.
Селбәрә алдан уҡ әҙерләнде: балыҡсылыҡ хужалығында уларҙың ауырлығы 10 грамға еткерелде. Был әлеге балыҡтың Урал климаты шарттарына яраҡлашып китеү ихтималлығын арттыра.
Рәсәйҙәге һыу ятҡылыҡтарын балыҡ менән яһалма байытыу тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге стратегик бурыстарҙы тормошҡа ашырыу нигеҙендә башҡарыла. Был бурыстар экология системаһын һәм биологик күп төрлөлөктө һаҡлау, тәбиғи ресурстарҙы тулыландырыу буйынса саралар комплексын үҙ эсенә ала. Улар “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.