Резервуарҙың бейеклеге - 12 метр тирәһе, диаметры - 23 метр. Эштәр барышында дөйөм массаһы 122 тонналыҡ металл конструкциялары тулыһынса алыштырылды, дөйөм майҙаны 3 мең квадрат метрлыҡ эске һәм тышҡы өлөш тутығыуға ҡаршы япма менән ҡапланған. Һыйышлыҡтарҙы тоташтырыу өсөн дөйөм оҙонлоғо124 метрлыҡ технологик үткәргес торбалар һалынған. Экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн резервуар алюмин ҡулайлама менән йыһазландырылған. Резервуар парктың автоматлаштырылған һәм янғын һүндереү системаларына тоташтырыу башҡарылған.
730 квадрат метр майҙанда емерелеүҙән һаҡлаусы ҡулайламалар йыһазландырылған, ваҡ таш һалынған. Һыйышлыҡтарға хәүефһеҙ килеү өсөн 900 квадрат метр юл һалынған.
Бер нисә тикшереү ысулын ҡулланып уҙғарылған монтаж эштәре һөҙөмтәһендә резервуарҙың бөтә конструкциялары һәм системалары файҙаланыуға әҙер булыуы иҫбатлана. 48 сәғәт буйына йөкләмә менән уҙғарылған гидро һынауҙар һыйышлыҡтың, метал конструкцияларының ныҡлығын, эшкә һәләтлеген күрһәтте.
Эштәр «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең үткәргес торба транспорты объекттарының хәүефһеҙ һәм ышаныслы эшмәкәрлеген тәьмин итеү маҡсатында техник йыһаздандырыу һәм төҙөкләндереү программаһы сиктәрендә башҡарылды.