газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 10:00

Картуфҡа ихтыяж кәмемәй

Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур эш алып барыла.

Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур эш алып барыла. Республика аграрийҙары быйыл сентябрь-ноябрь айҙарында сит ил баҙарҙарына 1,8 мең тонна картуф оҙатты.
Картуфтың иң ҙур күләме Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Төркмәнстанға ебәрелде. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә бер мең тоннанан ашыу картуф сығарылған. Краснодар крайында, Ханты-Манси автономиялы округында һәм күрше Татарстанда Башҡортостан картуфына ихтыяж айырыуса ҙур.
“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан референт үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, тикшерелгән продукция хәүефһеҙ һәм Таможня союзының фитосанитария талаптарына яуап бирә, тип танылды.
Республикалағы агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты 1 ноябргә ҡарата 116 миллион доллар тәшкил иткән. Күрһәткес былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 40 миллион долларға артҡан.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан алынды.
Читайте нас: