газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 10:00

Еңеүсе билдәләнде

23 ноябрҙә баш ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығына ярҙам итеү буйынса “Әсә-эшҡыуар” федераль белем биреү программаһының финалы уҙҙы.

23 ноябрҙә баш ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығына ярҙам итеү буйынса “Әсә-эшҡыуар” федераль белем биреү программаһының финалы уҙҙы.
Бизнес-проекттар конкурсында беренсе урынды Альбина Мортазинаның “Бергә бәхетле” спорт ғаилә клубы төҙөү проекты алды. “Amway” хәйриә фонды уға проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 100 мең һум күләмендә грант бирҙе. Был аҡсаға еңеүсе Өфө районының Миловка ауылында ҡышҡы һырғалаҡ өсөн инвентарь һатып алырға планлаштыра.
Финал алдынан биш көн эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәренә уҡыттылар. Ҡатнашыусылар сертификатланған бизнес-тренерҙарҙа продукт һәм маркетинг нигеҙҙәренә, финанс һәм һалым белеме нескәлекләренә өйрәнде, үз бизнес-планын булдырыу өҫтөндә эшләне һәм проекттарҙы тәҡдим итеү күнекмәләренә өйрәнде. Уҡыуҙар “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм “Минең бизнес” үҙәге тарафынан үткәрелде.
#Милли проекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан алынды.
Читайте нас: