Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был осорҙа белемегеҙҙе арттырыуға күберәк иғтибар бирегеҙ. Теләһә ниндәй авантюралы ғәмәлдәрҙән ситтә тороғоҙ. Аҙна аҙағына финанс хәлегеҙҙең һәйбәтләнеүен тойорһоғоҙ. Күптәр никахлашыу,ҡайһы берәүҙәр айырылышыу ҡарары ҡабул итер.
Буға (21.04 – 21.05)
Мираҫҡа бәйле һорауҙарҙы хәл итергә тура килер. Етәксегеҙ һеҙгә яуаплы эш ҡушыр. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә эгоистлыҡҡа юл ҡуймағыҙ, юғиһә, араларығыҙ бөтөнләй боҙолор. Элекке дуҫтарығыҙ менән осрашырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Абруйлы кешеләр менән танышырһығыҙ. Эштә башҡара алмаҫтай бурыстарға тотонмағыҙ, белемегеҙ етмәҫ. Ғаиләгеҙҙәге татыулыҡ һеҙҙән торор. Йома, йәкшәмбе бик ныҡ ҡына күңел асып алырһығыҙ, йәкшәмбе өйҙә генә ултырырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Мажараға ынтылыу тойғоһо көслө булыр. Ни тиклем ылыҡтырғыс булмаһын, ситкә йөрөмәгеҙ, һөйгәнегеҙгә тоғро ҡалығыҙ. Һөнәри яҡтан үҙегеҙҙе яҡшы итеп күрһәтергеҙ, яҡшы баһа алырһығыҙ. Дөрөҫ туҡланыуға күсергә ваҡыт.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бик әүҙем аҙна көтә һеҙҙе. Күп кешеләр менән аралашырһығыҙ, яңы таныштар табырһығыҙ. Мөлкәт һорауҙары менән шөғөлләнергә тура килер. Ялығыҙ ҙа күңелле һәм актив үтер. Тик үҙегеҙҙең ҡылыҡтарығыҙ менән һөйгәнегеҙҙе асыуландырмағыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эшегеҙ күп булыр, ҡайһыһына тотоноп, ҡайһыһын эшләргә белмәй аптырарһығыҙ. Етмәһә өйҙә лә мәшәҡәттәр артыр. Туғандарығыҙҙан бүләктәр алып һөйөнөрһөгөҙ. Ә бына икенсе яртығыҙ менән аралар боҙолоуы һеҙҙе көйөндөрөр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Йондоҙҙар һеҙгә ҡыҙыҡлы осор вәғәҙәләй. Кемдер яңы, аҡсалы эш табыр, кемдер әлеге эшендә аҡсалата бүләк алыр. Эш буйынса башҡа ҡалаға барырға тура килер. Сәләмәтлегегеҙ тураһында хәстәрлек күрә башларһығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҡса менән бәйле һорауҙарығыҙ тиҙ хәл ителер. Ғаиләгеҙҙәге йолаларҙы үҙгәртергә маташмағыҙ. Кем менәндер яңы мөнәсәбәттәр бәйләнер. Руль артында матур йөрөгөҙ, алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙан тыйылығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна башында уҡ етди пландарығыҙ, яңы ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ барлыҡҡа килер. Уларҙы тормошҡа ашыра башлау отошло булыр. Яңы кейем алып, прическа яһатып, үҙегеҙҙе ҡыуандырып алығыҙ. Иң яҡшы ялығыҙ сәйәхәттә үтер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һөнәри эшмәкәрлегегеҙгә бәйле яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Дуҫтарығыҙ менән аҡса хаҡында һүҙ ҡуҙғатмағыҙ, әтеү бәхәскә китер. Ғаиләлә башҡаларға көсләп үҙ фекерегеҙҙе таҡмағыҙ. Эмоциональ яҡтан ял итеү килешер.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Маҡсаттарығыҙға ирешеүҙә ҡаршылыҡтарға осрарһығыҙ. Яҡындарығыҙға буш вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Икенсе яртығыҙ менән яҡынайыу өсөн дөйөм шөғөл табығыҙ. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу мөмкинлеге ҡулығыҙға үҙе килеп инер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙнаның тәүге яртыһы һәр төрлө ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн уңышлы булыр. Һис кәрәкмәгән уҡыуҙарға ебәрерҙәр. Премия алыу ихтималлығы ҙур. Башығыҙ әйләнгәнсе ғашиҡ булырһығыҙ, хатта әлеге һөйгәнегеҙ менән айырылышыу хаҡында уйларһығыҙ.