Башҡортостанда "Батарейканы тапшыр - терпене ҡотҡар!" тигән экологик акция үтте. Өфө районының Жуков ауылындағы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында “Батарейканы тапшыр – терпене ҡотҡар!” тип исемләнгән сираттағы экологик акция үткәрелде.
"Сүп-сар, бигерәк тә тормошта файҙаланырға тура килгән батарейкалар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай. Үҫеп килгән быуынды көн һайын осраған ҡалдыҡтарҙың һәр төрө менән дөрөҫ эш итә белергә өйрәтергә кәрәк. Шуға үҙ көсөбөҙ менән тирә-яҡ мөхитте һаҡларға, иң мөһиме - был эште үҙебеҙҙән башларға булдыҡ", – ти балалар баҡсаһы мөдире Резеда Хөсәйенова.
Файҙаланылған батарейкаларҙы йыйыу балаларҙа экологик мәҙәниәт формалаштырыу, көндәлек тормошта ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм уларҙы ҡайтанан эшкәртеү маҡсатында атҡарылған. Был эш “Экология” милли проекты сиктәрендә бойомағы ашырыла.
#командахабирова #правительстворазвития #нацпроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ЗеленаяБашкирия #МинэкологииРБ #ЭкоБашкортостан #экологическоеобразование
Фото: Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.