Ҡала дауаханаһында күптән көткән ремонт тамамланды. Тәүге пациенттарҙы ул декабрь башында ҡабул итә башлаясаҡ. Бөгөн эш сәфәре менән ҡалаға Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин килде.
- Яңыртылған корпус йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары булған пациенттарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеүгә мөмкинлек бирәсәк, улар уңайлыраҡ шарттарҙа дауаланасаҡ. Бында Салауат ҡалаһы халҡына ғына түгел, ә яҡын-тирә район-ҡалаларҙағы сирлеләргә ярҙам күрһәтеләсәк. Кадрҙар етерлек, шулай уҡ Республика кардиология үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү схемаһы ла көйләнгән.