Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 10:00

Шатлыҡтары сикһеҙ

Республикала "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә эштәр башҡарылыуы дауам итә.

Республикала "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә эштәр башҡарылыуы дауам итә.
Ауырғазы районының Усман, Туҡай һәм Иҫке Ибрай ауылдарында бер көндә өс заманса яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Һәр береһенең хаҡы яҡынса ике миллион һум тәшкил итте, йәнә 440 мең һум тирәһенә улар медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылды.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында пациенттарға ла, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә уңайлы шарттар булдырылған. Интернетҡа тоташтырылған компьютерға хәтлем бар. Бында Усман һәм Сәлих ауылдарынан 200-ләп кеше хеҙмәтләндереләсәк.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: