Башҡортостан магазиндарында «бәхетле сәғәттәр»ҙә пенсионерҙар өсөн ташламалар ҡаралған. Федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәре пенсионерҙар өсөн ташламалар ғәмәлдә булған «бәхетле сәғәттәр»ҙе күсерҙе. Был республикала 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ изоляция режимын индереүгә бәйле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо категорияға ҡараған кешеләргә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем генә аҙыҡ-түлек магазиндарына, дарыуханаларға, финанс учреждениеларына һәм элемтә салондарына барырға рөхсәт ителә.
Фото:
sworker.rbsmi.ru