газета "Салауат"
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 00:40

Рөстәм дә "ҡороғорвирус" эләктергәнме?

Рөстәм Нәбиев яңыраҡ был вирусҡа тест биргән, һөҙөмтә...

Рөстәм Нәбиев яңыраҡ был вирусҡа тест биргән, һөҙөмтә - ыңғай. Рөстәм үҙен яҡшы хис итеүен яҙа, сирҙең еңел формаһы, күрәһең.
- Әле үҙ аллы изоляциялаа ултырам. Баш ауыртып ала, температурам юҡ. Еҫте һәм тәмде өлөшләтә тоям. Һыу эсәм, витаминдар, вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итәм. Ҡанда кислород кимәлен, пульсты бер нисә тапҡыр үлсәйем. Барыһы ла яҡшы, - тип яҙа блогер.
Омскиҙағы фажиғәнән һуң әүҙем тормош рәүеше алып бара: спорт менән шөғөлләнә, ҡатыны Индира менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Көслө рухлы егет был зәхмәткә лә ҡаршы торорлоҡ көс табырына ышанабыҙ.
Фото:ok.ru
Читайте нас