Кисә Әлшәй районының Шафран ауылында шәхси йортта янғын сығып, 62 йәшлек ир менән уның биш йәшлек ейәнсәре янып үлеүе бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. Ирле-ҡатынлы кис менән район үҙәгенә магазинға тип китә, ҡатындың фалиж һуҡҡан атаһының памперстары бөткән була. Һигеҙ йәшлек өлкән малайҙары күршеләренә уйнарға инеп китә, ә биш йәшлек ҡыҙҙарын олатаһы янында өйҙә ҡалдыралар, күп кеше йөрөгән урынға алып барғылары килмәй. Балаға әсәһе телефонын да ҡалдыра.
"Янғын ҡаҙанлыҡ бүлмәһе яғында башлана. Күршеләр төтөн күреп ҡалыу менән ярҙамға ташлана. Минең атай-әсәйем дә унда була, тәҙрәләренә туҡылдата, тик бер кем дә ишекте асмай. Тыштан күренеүенсә, йорт эсе тулы төтөн, ә ишек тыш яҡтан эҫе. Өйҙәре ҙур, сайдинг менән көпләнгән, шуға ағыулы төтөн бик күп була. Күршеләр саҡ-саҡ инә ала ла бит, тик һуңға ҡала шул", – тип һөйләгән күршеләренең береһе.
Ауылдаштары был ғаиләне тик яҡшы яҡтан телгә ала.
Әле бәхетһеҙ ата-әсә ҙур ҡайғы кисерә. Улар өлкән улдары менән ир кешенең ата-әсәһенә күскән. Өйҙәрен йүнәтеп алырға мөмкин, тиҙәр.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан алынды.