Хәҙер салауаттар Беренсе май, Төньяҡ, Өфө, Ленинград, Чапаев, Ҡыҙыл армеецтар, Нуриманов урамдарындағы юлдарҙан рәхәтләнеп йөрөй ала.
- Күптәр беҙҙең подрядсыларға ҡарата талапсанлыҡтың үҙгәреүен күргәндер. Беҙ эштәр барышын даими тикшереп тороп, етешһеҙлектәрҙер бөтөрөүҙәрен талап иттек. Шулай уҡ быйыл юлдарҙың ремонтын депутаттар һәм йәмәғәтселәр менән берлектә ҡабул иттек. Дөйөм алғанда, беҙ ҡуйылған маҡсаттарға ирештек, шулай ҙа тағы ла яҡшыраҡ эшләү мөмкинлеге бар әле, - тигән һығымтаны баҫтырып сығарҙы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.