Милек һалымдары менән иҫәпләшеп ҡуйыу өсөн ваҡыт әҙ ҡалып бара. Мөлкәте(фатиры, торлаҡ йорто, гаражы), ере һәм транспорты булған кешеләр 1 декабрҙән дә ҡалмай ошо милектәре өсөн һалымдарын түләп ҡуйырға бурыслы.
Һалымды һәр кем үҙенә уңайлы ысул менән түләй ала: банк, почта бүлексәләрендә, күп функциялы үҙәк кассаларында, Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы «Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» интернет сервисы, дәүләт хеҙмәттәре порталында (www.gosuslugi.ru) иҫәпләшеп ҡуйып була.
Граждан билдәләнгән ваҡыт эсендә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында һалымын түләмәй икән, һалым түләүҙе талап итеп белдереү ҡағыҙҙары ебәреләсәк. Ҡануниәткә ярашлы, һәр түләнмәгән көн өсөн Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендә пеня иҫәпләнә.