Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 00:51

Яңы сикләүҙәр индерелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
10 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем 65 йәштән өлкәндәр, хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы билдәләнә. Уларға көндөҙгө 11-ҙән төшкө 1-гә тиклем генә аҙыҡ-түлек, дарыу алырға, финанс ойошмаларына, элемтә салондарына барыу рөхсәт ителә.
Был норма эш урынында булыуы үтә мөһим һаналған етәкселәргә, ойошмалар һәм дәүләт власы органдары хеҙмәткәрҙәренә ҡағылмай. Тик уларҙың үҙе менән паспорты, предприятие биргән тейешле формалағы ҡағыҙ белешмәһе булырға тейеш.
Мотлаҡ ҡурсаланыу режимы социаль учреждениеларҙа булған кешеләргә ҡарата ла һаҡлана.
18 йәшкә тиклемге балаларға ата-әсәһе йәки законһыҙ вәкилдәренән (уларҙа ата-әсәлек хоҡуғын дәлилләгән документтар булырға тейеш) тыш сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә булыу тыйыла.
Кинотеатрҙар, театр-концерт ойошмалары, мәҙәниәт йорттары тамаша залы 30 проценттан ашыу тулмау шарты менән санитар-эпидемиологик талаптарҙы етди үтәп кенә эшләргә хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта төнгө клубтар, дискотекалар һәм башҡа ошоноң кеүек объекттарҙың эшмәкәрлеге тулыһынса тыйылған.
Эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәренең кәмендә 30 процентын, шул иҫәптән 65 йәштән өлкән бөтә хеҙмәткәрҙәрен, ауырлы ҡатындарҙы, хроник сирлеләрҙе дистанцияла эшләү тәртибенә күсереү тәҡдим ителә.
9 ноябрҙән 22 ноябргә тиклем 1-5-се һәм 11-се класс уҡыусылары мәктәптә уҡый. Шулай уҡ аҙ комплектлы мәктәптәрҙә һәм дистанцияла уҡыу техник яҡтан мөмкин булмаған урындарҙа белем алыу ғәҙәти режимда дауам итә. 6-10-сы кластар дистанцияла уҡыу режимына күсә. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары шулай уҡ алдағы ике аҙнала дистанцияла эшләйәсәк.
Йәмәғәт туҡланыуы объекттарының, юл буйы сервисы һәм өйгә килтереп биреү ресторандарынан тыш, эшмәкәрлеге 00.00 сәғәттән 06.00 сәғәткә тиклем кисектерелә. Шул уҡ ваҡытта аш-һыу әҙерләү, ҡунаҡтар ҡабул итеүҙе 23.00 сәғәткә тиклем тамамларға кәрәк.
Ҡурсаланыу режимында булған 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирле кешеләргә ярҙам итергә теләгән йәмәғәт ойошмаларына, юғары уҡыу йорттарына, мәҙәниәт учреждениеларына республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына студенттар, хеҙмәткәрҙәр исемлеген төҙөп ебәреү тәҡдим ителә.
Читайте нас: