II Республика балалар һәм йәштәр театрҙары онлайн фестивале тамам.
Проект “Мәҙәниәт” милли проектының төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырылды. Сарала 22 балалар һәм 17 йәштәр студент театры ҡатнашты.
Балалар театрҙары араһында Белорет ҡалаһының “Надежда “Д” өлгөлө театр-студияһы, йәштәр театрҙары араһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” студент халыҡ театры төп бүләккә лайыҡ булды.
Әбйәлил районының “Күбәләк” өлгөлө театры, Ауырғазы районының “Экос” өлгөлө рус театр-студияһы, Бәләбәй районының “Браво” йәштәр халыҡ театр-студияһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Театр+ЭМ” студент театры I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Шулай уҡ II һәм III дәрәжә лауреаттары билдәләнде.
Драматургияны, режиссураны, актерлыҡ оҫталығын Татьяна Хәйбуллина, Әхтәм Абушахманов, Мөсәлим Күлбаев, Сара Буранбаева, Фәрдүнә Ҡасимова, Таңсулпан Бабичева, Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев, Алмира Ҡыуатова, Тәнзилә Ҡалмырҙина кеүек республиканың танылған театр эшмәкәрҙәре баһаланы.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан алынды.