газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 11:05

Бушлай дарыуҙарға аҡса бүленә

Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль бюджеттан төбәктәргә COVID-19 менән көрәшкә дарыуҙар алыу өсөн өҫтәмә аҡса бүлергә ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль бюджеттан төбәктәргә COVID-19 менән көрәшкә дарыуҙар алыу өсөн өҫтәмә аҡса бүлергә ҡушты.
«Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә: федераль бюджеттан Рәсәй Федерация төбәктәре бюджеттарына амбулатор шарттарҙа медицина ярҙамы алыусы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙы бушлай дарыу препараттары менән тәьмин итеүгә өҫтәмә аҡса бүләргә...», - тиелә йөкләмәләр теҙмәһендә.
Бынан тыш, аҡса шәхси һаҡланыу саралары алыуға, тест үткәреү күләмен арттырыуға, пациенттарҙы һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен транспорт хеҙмәтләндереү, медицина ойошмаларын матди-техник нигеҙен нығытыу һәм был инфекция менән көрәшкә йүнәлтелгән башҡа сараларға ла аҡса бүленә.
#ВладимирПутин
Фото: ria.ru
Читайте нас: