Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 16:53

Алтын миҙал - Фирзанда

Сербиялағы Нови-садта самбо буйынса чемпионатта һәм донъя беренселеге башланды.

Сербиялағы Нови-садта самбо буйынса чемпионатта һәм донъя беренселеге башланды. Донъялағы ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, ярыштарҙа 30 илдән 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Рәсәйҙән сарала 40 спортсы үҙ көсөн һынаны. Башҡортостан егете Фирзан Дилмиев үҙ ауырлыҡ категорияһында (48 килограмға тиклем) беренсе урынды яулап, алтын миҙалға лайыҡ булды. Тренер Руслан Әббәзовтың тәрбиәләнеүсеһе Фирзан Дилмиев “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә шөғөлләнә.
Сарала Рәсәй командаһы 10 миҙал – ете алтын һәм өс көмөш миҙал яуланы.
Фото: "Бәйләнештә"
Читайте нас: