газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 12:55

Йондоҙҙар беҙгә ни юрай?

Йондоҙнамә (9-15 ноябрь)

Йондоҙнамә (9-15 ноябрь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был осорҙа һеҙгә үҙ-үҙегеҙҙе еңеү өҫтөндә эшләргә тура килер. Эштең күплеге көсөргәнешлек тыуҙырыр. Икенсе яртығыҙҙы көнләшеү арҡаһында ғауға сығыр. Һәр һүҙегеҙҙе уйлап әйтергә тырышығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙнаның тәүге көндәре күтеренке кәйефтә үтер. Дуҫтарығыҙ менән яҡшы ял ойошторорһоғоҙ. Үҙегеҙҙең исемгә күп кенә яҡшы һүҙҙәр ишетерһегеҙ. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәттәр боҙолоп алыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡайһы бер пландарығыҙҙың тормошҡа ашмауынан күңелегеҙ төшөр. Шулай ҙа эштә премия түләүҙәре хәлегеҙҙе һәйбәтләр. Яҡшы таныш булмаған кешеләр менән аралашмау хәйерлерәк. Сәләмәтлегегеҙҙе контролдә тотоғоҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡыҫалаларға әҙерәк төшөнкөлөккә бирелеү хас булыр. Һеҙгә ҡыҙыҡлы шөғөл табыу кәңәш ителә. Шулай уҡ шәхси тормошоғоҙҙо ла рәткә килтереү талап ителер. Һөйгәнегеҙ менән проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшегеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Холҡоғоҙҙоң кире яҡтарын контролдә тотоғоҙ. Эштәрегеҙ уңышлы ғына барыр, ҡуйылған маҡсаттарығыҙға ирешерһегеҙ. Матди хәлегеҙҙең дә яҡшырыуына өмөт итә алаһығыҙ. Икенсе яртығыҙға һөйөүегеҙҙе иҫбатларға тура килер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Бөтә өлкәлә лә уңыш йылмайыр. Күптәнге хыялығыҙ томошҡа ашыр, һәр башланғысығыҙға хуплау табырһығыҙ. Өҫтөмә килем алыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Яңғыҙҙарҙарҙың икенсе яртыһын осратыуы мөмкин.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был осорҙа һеҙ иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә сисә алырһығыҙ. Көс-дәртегеҙҙең ташып тороуын тойорһоғоҙ. Шаршамбы мөһим эштәргә тотонһағыҙ хәйерле булыр. Ял көндәрен яҡындарғыҙ менән үткәрәргә тырышығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙ яңы кешеләр менән танышыуға, күберәк аралашыуға ынтылырһығыҙ. Үҙегеҙҙең идеяларығыҙ менән күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра алырһығыҙ. Физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү теләге уяныр - был сәләмәтлеккә бер аҙым.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ашығыу яҡшыға алып бармауын аңларһығыҙ. Хаталарығыҙҙы төҙөтергә тура киләсәк. Кесаҙна һөнәри эшмәкәрлегегеҙ уңыш килтерер. Бурыстарығыҙ хаҡында иҫкә төшөрөрҙәр. Яҡындарығыҙ һөйөндөрөр.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ылаҡтар ҙур эштең аҙағына сығыу мөмкинлеге алыр. Һеҙ теләгән нимәгеҙгә ирешә алырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа һөйөү тантана итер. Ял көндәренә туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән күңелле байрам ойошторорһоғоҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был аҙнала ғаилә тәүге планда торорға тейеш. Хатта етәксегеҙ күп эш ҡушһа ла, яҡындарығыҙға иғтибарҙы кәметмәгеҙ. Шулай уҡ сәләмәтлегеҙҙе тикшертеп алыу ҙа ҡамасауламаҫ. Өҫтәмә килем эҙләү хаҡында уйланырһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һеҙҙе еңел булмаған осор көтә. Икенсе яртығыҙ холҡон күрһәтер, балыҡтарға был саҡта сабырлыҡ күрһәтергә тура килер. Әлегә ҙур әйбер һатып алыу кәңәш ителмәй. Дуҫтарығыҙ тәбиғәткә сәфәргә саҡырыр, йылы кейенегеҙ, ауырымаҫһығыҙ.
Читайте нас: