Һәр кем бурыс түләргә тейеш. Быны 1 декабргә тиклем эшләргә кәрәк. Ваҡытында бурысты түләмәһәң, күңелһеҙлектәр килеп сығыуы бар. Әйтәйек, әгәр ҙә милек һалымы индерелмәһә йәки уның буйынса түләп еткерелмәгән бурыс булһа, һеҙҙе аэропортта, вокзалда тикшереп, сит илгә сығырға рөхсәт итмәүҙәре ихтимал. Һалым инспекциялары түләргә мәжбүр итеүҙең башҡа сараларын да ҡуллана. Мәҫәлән, бурыслы кешеләрҙең мөлкәтен теркәү буйынса сикләүҙәр ҡуйылыуы мөмкин.