Әлеге ваҡытта бөтә донъя пандемияға ҡаршы торғанда, беҙ башҡа ауырыуҙар тураһында ла онота алмайбыҙ. Бигерәк тә социаль әһәмиәтле инфекциялар хаҡында иҫкәртеү буйынса эште туҡтатырға ярамай. ВИЧ-инфекцияның таралыуы менән көрәште һуңғараҡ ҡалдырып тороу дөрөҫ түгел.
Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа был сирҙе иҫкәртеү йүнәлешендә ярайһы яҡшы һөҙөмтәләргә ирешелгән, шуға күрә эште туҡтатыу кәрәкмәй. Бөгөн дә һәр кемгә ВИЧ тураһында мәғлүмәтте еткереү - мөһим бурыстарҙың береһе булып ҡала. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йыл һайын ойошторған ВИЧ-инфекцияға аноним бушлай экспресс-тест үтеү буйынса бөтә Рәсәй акцияһы ла ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Тес үтеү ни бары 15-20 минут тирәһе ваҡытты ала. Акция бөтә санитар-профилактик сараларҙы үтәп уҙғарыла. Беҙҙең ҡалала акция 10 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 6-ға тиклем була. Тест үтеү урыны - “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге алдындағы майҙансыҡ.