Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 15:15

“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”

Башҡортостанда «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2021» республика конкурсы башланды. Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр һәм үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.

Конкурста 10 номинация: «Ҡатын-ҡыҙ — әсә», «Ҡатын-ҡыҙ – лидер», «Ҡатын-ҡыҙ — ғалимә», «Ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы», «Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди», «Ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы», «Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө», «Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре», «Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре», «Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ».
Ғәҙәттәгесә, конкурс ике этапта уҙғарыла – муниципаль һәм республика. Еңеүселәр конкурстың төп наградаһы – ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемсеһе Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы һәм спонсорҙарҙан приздар менән бүләкләнә.
Конкурсты «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы менән үткәрелә.
Читайте нас: