Йыл һайын граждандар транспорт, ер һәм милек өсөн һалым түләй. Ошо бурысты 1 декабргә тиклем башҡарып ҡуйырға кәрәклеген оноторға ярамай. Шулай уҡ граждандарҙың һалым түләгәндә ташламаларға ла хоҡуғы бар икәнен иҫкә төшөрәбеҙ.
Башҡортостанда ергә һалым түләгәндә түбәндәге граждандарҙың ташламаға хоҡуғы бар: хаҡлы ялдағылар; хеҙмәт ветерандары; инвалид баланың ата-әсәһе; етем балалар; ата-әсәләр (уллыҡҡа алғандар, попечителдәр, опекундар) һәм өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 18 йәшкә тиклемге балалар; СССР Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары, I һәм II төркөм инвалидтары; бала саҡтан инвалидтар; Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары; Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар; ядро ҡоралын һынауҙа ҡатнашҡандар.
Ошо категорияларға ҡараған граждандарҙың ергә һалым түләгәндә түбәндәге ташламаларға хоҡуғы бар:
- шәхси торлаҡ төҙөлгән ер участкаһында 600 квадрат метр майҙанға ҡарата;
- дача, баҡсасылыҡ, йәшелсә үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһында 400 квадрат метр майҙанға ҡарата;
- гараж биләгән ер участкаһының 18 квадрат метр майҙанға ҡарата.